Төрлө спорт сараларының йыш уҙыуына күнегеп тә бөттөк инде. Мәҫәлән, күптән түгел Салауат ҡалаһында XXVII ауыл спорт уйындары үтте. Бигерәк тә гер күтәреү буйынса ярыш сәмле уҙҙы. Асҡын спорт мәктәбе тренеры Айҙар Сабиров еңеүсе тип билдәләнде.
– Гер күтәреү менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм, спорттың ошо төрөн айырыуса яратам, – тип һөйләй I урынды яулаған ир-егет. – Спорт уйындарына етди әҙерләндем, күнекмәләрҙе ҡалдырманым, хатта ошо йүнәлештә күп китаптар уҡыным. Ниәт – ярты ғәмәл, тигәндәй, үҙемә ышаныс көслө булғас, маҡсатыма еңел ирештем. Спорт ярыштарында даими ҡатнашырға тырышам, минең өлгөмә эйәргән йәш быуындың күплеге шатландыра.