Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Май 2019, 17:59

Спартакиадала көс һынашасаҡтар

Баш ҡалала III Бөтә Рәсәй Инвалидтарҙың йәйге спартакиадаһының беренсе этабы үтә.

Баш ҡалала III Бөтә Рәсәй Инвалидтарҙың йәйге спартакиадаһының беренсе этабы үтә.


Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында таяныу-хәрәкәт аппараты проблемалары булған, күреү, ишетеү һәләте түбән инвалидтар бар. Улар өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрендә көс һынашасаҡ.


Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса артабанғы этапта ҡатнашыу өсөн команда тупланасаҡ. Сара бөгөн “Динамо” спорт комплексында үтә.


Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проекты сәләмәт тормош рәүеше алып барғандарға ҙур мөмкинлектәр аса. Милли проекттың “Спорт – тормош нормаһы” йүнәлеше буйынса, физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны 2024 йылға тиклем 2017 йылдағы 36,8 проценттан 55 процентҡа етергә тейеш.


Фото “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан