Алдан хәбәр итеүебеҙсә, волейбол буйынса Милләттәр лигаһына ярашлы бөгөн кис “Өфө-Арена”ла Рәсәй менән Америка Ҡушма Штаттары командалары осрашты.
Уйын тәүге минуттан уҡ бик көсөргәнешле башланды. Етмәһә, “Өфө-Арена”ны тултырып килгән һигеҙ мең самаһы көйәрмән уйынсыларыбыҙға ҙурт дәрт өҫтәне.
Тәүге сетта Рәсәй командаһы 25:12 мәрәй менән еңде. Икенсе осрашыу ҙа еңелдән булманы. Беҙҙең спортсылар тәүге минуттан әллә ни алға китә алмаһа ла, уйын барышында өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алып, дәғүәселәрен 25:19 иҫәп менән ҡыйратты.
Өсөнсө сетта Рәсәй командаһы тәүге минуттарҙан уҡ алдынғылыҡҡа сыҡты. Американдар һис бирешергә теләмәһә лә, еңеүгә ынтылышы көслө спортсыларыбыҙ дәғүәсеһен күпкә артта ҡалдырып, өсөнсө сетта 25:15 иҫәбе менән ҡыйратып, ҙур еңеүгә өлгәште.
Шулай итеп, Рәсәй волейбол командаһы сираттағы мәртәбә көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы.