Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Июнь 2019, 11:10

Анапанан – ҙур еңеү менән

Ошо көндәрҙә Анапа ҡалаһында үткән мини-лапта буйынса Бөтә Рәсәй “Алтын таяҡ” турнирында 11-12 йәшлектәр араһында Хәйбулла районы командаһы беренсе урын яуланы.

Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Тотош Башҡортостандың данын яҡлаған йәш спортсылар Мәскәү, Ярославль, Тула, Воронеж ҡалалары командаларын еңеп, финалға сыға. Хәл иткес көскә эйә ярышта уларға былтыр чемпион булған ырымбурҙар менән көс һынашырға тура килә.

Һөҙөмтәлә еңеү – хәйбуллаларҙа! Уларҙың тренеры – Азамат Ишемғолов.
Читайте нас