Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Июнь 2019, 01:01

"Ел, Ерәнем!.."

“Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының бишенсе этабы үтте.

Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
“Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының бишенсе этабы үтте.
Унда Баҡалы, Балтас, Бөрө, Федоровка райондары бәйгеселәре көс һынашты.

Ҡағиҙәгә ярашлы, ярыш ике этапта уҙҙы. Һөҙөмтәлә еңеү – Федоровка районынан Алмас Ураҙовта!
Билдәле булыуынса, турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ғына ярыша. Ипподром фойеһында иһә, һәр этаптағылай, бәйгелә ҡатнашҡан райондарҙың бай күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда башҡорт ҡымыҙы, бал, борондан килгән ҡул эштәре өлгөләре һ.б. тәҡдим ителде.
“Терра Башҡортостан”дың финал өлөшө 11 октябргә – Республика көнөнә планлаштырылған.