Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Июль 2019, 05:48

Баш ҡалабыҙҙа – абруйлы ҡунаҡтар

Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты.

Фото: yandex.ru
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарына килгән ҡунаҡтар менән осрашты.


Сарала Рәсәй спорт министры урын­баҫары Сергей Косилов һәм Олимпия чемпиондары – Дәүләт Думаһы депутаты Александр Карелин, Рәсәй Олимпия комитетының генераль секретары Анастасия Давыдова, Рәсәй спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һәм Рәсәй Олимпия комитетының башҡарма комитеты ағзаһы Александр Попов ҡатнашты.
– Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашыуығыҙға шатбыҙ. 30 илдең 85 ҡалаһы үҙҙәренең командаһын алып килде. Бөгөн Өфө халыҡ-ара спорт уйындарының баш ҡалаһына әйләнде, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе ҡунаҡтарға Өфөлә 2021 йылда – ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионаты, 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионатының бер этабы уҙасағын белдерҙе.