Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Июль 2019, 21:35

Олимпия чемпионы бөлгөнлөккә төшкәнме?

Бындай аҙымға барырын көтмәгәйнек...

Фото: ru.wikipedia.org
Ванкуверҙағы олимпия чемпионы онлайн-аукционда ике алтын миҙалын һата. Ни өсөн ул был аҙымға бара? Мохтажлыҡтанмы?
Алексей Гришин спорт карьераһын 2014 йылда тамамлай. 2010 йылда ул саңғы акробатикаһында Белоруссия тарихында ҡышҡы олимпиадала тәүге алтын миҙалды яуланы. Бығаса 2002 йылда Соль-Лейк-Ситила бронза алғайны.
Спортсының наградалары Американың RR Auction онлайн-аукционына ҡуйылған. Тәүҙә Гришиндың алтыны биш мең доллар тәшкил итһә, әммә платформа уны 10 тапҡырға ҡыйбатыраҡ баһалай. Бронзаны 25 мең долларға һатып алырға була.
Ванкуверҙағы еңеүенән карьераһы тамамланғанға тиклем ике олимпия миҙалы ла хәҙерге Беларусь дәүләт музейының өлөшө булараҡ һаҡланған. Контракт буйынса Гришин 2014 йылда наградаларын кире алған.
Гришин 2010 йылғы еңеүенән һуң тормошо менән бигүк риза булмауын белдерә. Уға бары велосипед бүләк итеүҙәренә ҡәнәғәт түгел. Шулай итеп, ул йорт та һала алмаған. Әммә 2018 йылда хәле көйләнгән кеүек күренә. Мәҫәлән, урындағы Советҡа депутатлыҡҡа кандидаттар араһында килеме буйынса ул өсөнсө урында торған. Шундай кешенең ҡапыл аҡсаға үтә мохтажлығы килеп тыуғанмы тигән һорау тыуа.