Өс көн барған сарала “Баҡшай мәргәне” традицион уҡ атыусылар ярышы, “Фольклорҙың бер көнө” фольклор төркөмдәре, “Илһам сығанағы – Ирәмәл” нәфис һүҙ, “Семәр” милли кейемдәр конкурстары уҙғарылды. Боронғо уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, алтын ҡуллы һөнәрмәндәр үҙҙәренең эш нескәлектәре менән уртаҡлашгты.