Өфөлә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Бормандың яҡты иҫтәлегенә 34 Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
“Ҙур спорт тиһәк, үҙенә генә хас көрәш традициялары менән дан ҡаҙанған Өфө һәм Башҡортостан күҙ алдына баҫа, – тип билдәләне Берләшкән донъя көрәше вице-президенты Ахрол Рузиев. – Көрәштең уникаль спорт төрө икәнен ҡабатлау кәрәкмәй ҙә. Уйлауымса, әлеге арыҫландай көслө егеттәр – буласаҡ Олимпия чемпиондары”.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, даһи спортсыларҙы йәш быуын белеп үҫһен өсөн, яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында республикабыҙҙа күп эш атҡарыла.