Спорт һәм туризм
28 Сентября 2019, 19:48

350 метр бейеклектә

Милләттәшебеҙ Денис Дәүләтшин дистанцияны аҙағына тиклем уҙһа ла...

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Башҡортостан егете Денис Дәүләтшин Мәскәү ҡалаһында 8-9 сентябрҙә үткән «хайлайн» конкурсында (страховка менән ҙур бейеклектә үтергә кәрәк булған экстрим төрө) ҡатнашты.
Егет спорттың экстремаль төрҙәре менән күптән мауыға.
Ул баш ҡаланың иң бейек "Мәскәү-сити" комплексында урынлашҡан "ОКО" һәм Neva Towers манаралары араһында һуҙылған арҡандан уҙған.
Арҡан 350 метр бейеклектә тартылып, бәйгеселәр 220 метр араны уҙырға тейеш булған.
Бында йөҙләгән кеше көсөн һынап ҡарарға уйлай, әммә ете кеше генә донъя рекорды ҡуйыуға өлгәшкән. Милләттәшебеҙ Денис Дәүләтшин улар араһына инә алмаһа ла, бик аҙҙар иҫәбендә дистанцияны аҙағынаса тиклем үткән.


Афарин тип әйтеүҙән башҡа нимә әйтәһең ҡыйыу егеткә? Уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас