Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Октябрь 2019, 23:42

Хәтерләп ҡалығыҙ: А-ла-лы-кин!

Афарин! Йола буйынса, уға иптәштәре был шайбаны бүләк итте.

vk.com/greenmachine
vk.com/greenmachine
Бөгөн көстәр тигеҙ ине, икеһе лә дүртенсе баҫҡыста килә, берсә уңа, берсә туңа... Һүҙ Өфөлә осрашҡан "Салауат Юлаев" менән "Торпедо" хоккей командалары тураһында бара.
Иҫәпте беҙҙекеләр асты. Линус Умарк оҫталығын күрһәтте. Ҡунаҡтар көстө тигеҙләне, әммә бығаса икенсе осорҙа насар уйнаған юлаевсылар был юлы өс яуапһыҙ шайба индерҙе. Теему Хартикайнен һәм ике тапҡыр Филип Ларсен.
Өсөнсө осор үҙгәрешһеҙ генә тамамланып килгәндә, баш тренерыбыҙ боҙға сығарған йәштәребеҙ үҙ һүҙен әйтте. Тәүге уйынында уҡ Данил Алалыкин гол индерҙе - 5:1!
Афарин! Йола буйынса, уға иптәштәре был шайбаны бүләк итте.
Читайте нас