Башҡортостандың Юғары суды “Металлург-Магнитогорск” олимпия резервы спорт клубы тренеры Рафиҡ Ғабдрахмановҡа сығарылған хөкөм ҡарарын үҙгәрткән. Августа ул тәрбиәләнеүсеһе, 14 йәшлек ҡыҙҙың үлемендә ғәйепләнгәйне.
Аяныслы ваҡиға былтыр ғинуарҙа, Әбйәлил районының Яҡтыкүл күле буйында булған. Тренер Ғабдрахманов 11 тәрбиәләнеүсеһе менән “Супергигант” дисциплинаһы буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн “Юбилейный” шифаханаһының тау саңғыһы үҙәгенә килгән. Саңғысылар текә трассаларҙың береһендә күнекмәләрен башлаған. Асыҡланыуынса, ул сертификат үтмәгән трасса булған, айырыуса хәүефле урындарында һаҡланыу саралары күрелмәгән, унан тыш, балалар янында башҡа кешеләр ҙә саңғыла шыуған. Тәфтишселәр иҫбатлауынса, етешһеҙлектәрҙе тренер белгән, эргәлә генә хәүефһеҙерәк трасса булыуына ҡарамаҫтан, фәҡәт ошо ауыр юлды һайлаған. Үҫмерҙәр тауҙан төшә башлағас, фажиғә көттөрмәгән: 14 йәшлек ҡыҙ йығылып, башы менән ташҡа һуғылған һәм урында уҡ йән биргән.
Баланың үлемендә тренер ғәйепле тип табылған, шул уҡ ваҡытта тау саңғыһы үҙәге һәм спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы тәфтиш эштәре дауам итә.
Рафиҡ Ғабдрахмановҡа августа сығарылған хөкөм ҡарары буйынса, уның 18 йәше тулмаған балалар менән күнекмә үткәреү һәм спорт сараларына барыу хоҡуғы тыйылған. Кисә иһә, хөкөм ҡарарына бер аҙ үҙәгәреш индерелгән һәм тренерға балалар ҡатнашлығындағы спорт сараларына барырға рөхсәт ителгән.