Ошо көндәрҙә Башҡортостанда өр-яңы туристик порталы ғәмәлгә инде. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указында раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектына ярашлы эшләнде.
Яңы ресурста туристик маршруттар тураһында ғына түгел, шулай уҡ шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, баш ҡалабыҙҙағы төп иҫтәлекле урындар хаҡында ла мәғлүмәттәр тупланған. Айырым ҡушымтала сәфәрҙәрҙе ойошторған туроператорҙар күрһәтелгән.
Порталдың адресы - visitrb.ru. Төп сәхифәлә “Инстаграм"ды биҙәрлек ерҙәр”, “Башҡорт сувенирҙары”, “Башҡортостан хазиналары”, “Тау саңғыһы курорттары”, “Башҡортостан туроператорҙары”, “Өфө буйлап әкрен сәфәрҙәр”, “Башҡортостан мәҙәниәте”, “Туристик маршруттар”, “Милли аш-һыу” кеүек темалар бирелгән.
Яңы портал туристарға ла, эшҡыуарҙар өсөн дә бик файҙалы булыр, моғайын.