Аллаға шөкөр, дүртенсе тапҡыр Ирәмәл түбәһенә күтәрелергә насип булды. Был юлы ҡояш байышын тау башынан күҙәтеү бәхетенә ирештек. Күсеп йөрөгән болоттар әллә ҡайҙа ҡасты – аяҡ аҫтында уралманы. Кеше аҙымы йылыһына ирәйешеп ятҡан эреле-ваҡлы таштар “йылмайҙы” (араларында минең табан тейгәндәре осрашыу ҡыуанысын кисерҙе); ер күҙе – күлдәр ҡул болғап, түбәнгә саҡырҙы; тирә-яҡтан уратҡан башҡа тау-ҡаялар, үҙемде танып, йөпләгәндәй, теләктәшлек белдерҙе.
Ҡояшыбыҙ, ҡып-ҡыҙыл шарға әйләнеп, эргәбеҙҙә генә байыны. Бындай илаһи матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргәндәр генә һүрәтләп бирә алыр.
Тау түбәһендә һалҡын ел иҫә ине, Башҡортостан әләменең елберҙәүен саҡ тыйып тора алдыҡ. Стәрлетамаҡ, Салауаттан килгән туристар ҙа беҙҙең менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Эйе, Ирәмәл фатихаһы алырға тип, илебеҙҙең һәр төбәгенән киләләр был изге тауға. Ошо маҡсатын тормошҡа ашырырға кемдер оҙаҡ йылдар йыйына, ҡайһыларыбыҙ, ҡырҡ эшен ситкә ҡуйып, тимерҙе ҡыҙыуында һуға. Өмөт сатҡыбыҙҙы һүндермәйенсә, түрҙәреңә әйҙүкләүҙән туҡтамайһың, Ирәмәл! Ана, атаһы елкәһендә, ҡош ояһы кеүек итеп, ошо тауға күтәрелер өсөн махсус эшләнгән ҡулайлама-ултырғыста тау түбәненә ҡарай бер бала бара. Уның һөйөнөсөнә шаһит булып, йәнә бер ҡыуандыҡ.
Тауға күтәрелеүселәргә билдә итеп, таяҡҡа ҡуша тағылған төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәре әрһеҙ Ирәмәл еленән теткеләнеп бөткән. Шулай ҙа, бәүелә-һығыла, улар үҙ вазифаларын намыҫлы башҡарыу өҫтөндә.
Тау итәгендә байтаҡ ҡына һушыбыҙға килә алмай ултырҙыҡ. Үҙенсәлекле киске эңерҙе ҡаршылауыбыҙ. Сәнскеле балаҫтарҙан тартҡыслана-йолҡҡослана ҡайтыу яғына елдерәбеҙ. Тиҙлекте кәметергә ярамай, юҡһа ҡараңғыла таш һуҡмаҡтан барыуы ауыраясаҡ. Беҙ күтәрелгәндә төшөп килеүселәрҙең үргә ыңғай артылып, имен-аман йәнә әйләнеүҙәренән йөҙҙәрендә сағылған ҡәнәғәт йылмайыуҙарын уртаҡлаштыҡ. “Их, ҡасан үҙебеҙ шулай герой дәрәжәһендә әйләнәбеҙ инде”, – тип бер аҙ көнләшә биреп тә ҡуйҙыҡ.
Кире төшкәнебеҙҙә бындай тойғобоҙҙо бик һирәктәр генә күрә алды, сөнки ҡараңғылыҡ шаршауы һаман күҙҙе бәйләй барҙы. Кемебеҙ кеҫә телефоны ҡабыҙып, кемебеҙ фонарь яҡтыртып, һаҡ ҡына алға ыңғайлайбыҙ. Бара-тора фонарь нурҙары ғына үҙ-ара аралашты. Бына, ете йәшлек улын үҙаллы атлатып алып ҡайтып килгән ғаиләгә тап булдыҡ. Бара малай, эләгә-һөрлөгә, атай эҙенә баҫып, артынан әсәһе оҙата. Хәле бөткән, шулай ҙа күтәртергә теләмәне. “Тәүге бейеклекте үҙаллы яулай бит, бирешмәҫ”, – тине ата-әсәһе. Ысынлап та, кескәй юлдашыбыҙ һынауҙы лайыҡлы үтте.
Иртәгәһенә ғорур баҫып йөрөнө. Бер-береһе менән етәкләшеп менгәндәр ҙә, таяҡҡа таянған ололар ҙа, спорт кейемен ҡупшы күлдәккә алмаштырып, фотоға төшкән сибәркәйҙәр ҙә, йырлап уҙыусылар ҙа, шахтер фонарҙары баҙлатып (әйтерһең, йондоҙҙар ергә төшөп бейей), төнгө юлға серлелек биреүселәр ҙә, “Шәкәрегеҙ юҡмы?” – тип сәй эсергә йөрөүселәр ҙә бар ине арабыҙҙа... Бәғзеләр Ирәмәлдә төн уҙғарыу өсөн дә ҡараңғыла күтәрелә ине.
Тәмле төтөн еҫенән, таш-ҡая йөҙөн йыуыусы егәрле шишмә йырынан, техника моторынан азат тәбиғәт тынынан әҫәрләнеп алған юлдаштарым, һәр ҡайһыһы үҙ уйында, әкренләп түбән барыуында. Ҡаршы алыусыларҙы көтөп, ҡар һалҡынлығын тойоп, бер аҙ өшөп алырға ла тура килде. Һыу йыйылып ятҡан соҡор-саҡырға ризаһыҙлығын белдергәндәй, беҙҙе тейәгән “УАЗ”, төнгө һиллекте ярып, түбән шыуыша. Ҡулдар нимәнелер эләктереп тотонған көйө, серем итеп тә алабыҙ. Эйе, ғүмерҙең һәр сәғәте нимәгәлер бәйле. Ошо бәйлелек солғанышында мәж киләбеҙ. Хоҙай биргән матурлыҡҡа бер ҡараш ташларға ла ваҡытыбыҙ ҡалмай китәсе ҡайһы саҡта... Ә бер-беребеҙҙең күңел матурлығын аяйбыҙмы икән?! Күңел биләмәбеҙ бикле булмаһасы...
Рәхмәт һиңә, Ирәмәлем, яныңа тағы бер киләм әле... Рәхмәт, юлдаштарым! Барығыҙ ҙа тау-таштарҙан көс сатҡыһы алып, рухығыҙ яҡтырып ҡайтты.