Кисә туймазылар күмәкләшеп саңғы шыуған: урындағы Саңғы-сәләмәтләндереү үҙәгендә спорттың ошо төрө буйынса миҙгел асылған.
Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә. Ярышта йәше лә, олоһо ла ҡатнашҡан. Балалар һәм үҫмерҙәр ике йәки өс километрлыҡ дистанцияға йүгерһә, өлкәндәр алты саҡрым үткән. Бәйге барлыҡ саңғы яратыусылар араһында уҙғарылған, унда спортты үҙ иткән һәр кем ҡатнаша алған.
Әйтергә кәрәк, саңғы һөйөүселәр Туймазыла аҙ түгел. Бигерәк тә ҡаланың 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт клубы тәрбиәселәре һынатмаған, учреждениеның Ҡандра, Серафимовка, Нижнетроицк бүлектәрендә шөғөлләнгәндәр ҙә килгән. Уларҙан ололар ҙа ҡалышмай: саңғысылар араһында пенсия йәшендәге уҙамандарҙы күреү үҙе үк дәрт өҫтәй: саңғы һәм сәләмәтлек бер тамырҙан.
Фото: "Туймазинский вестник".