Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында оҙайлы Яңы йыл каникулының һәр көнө ҡыҙыҡлы саралар солғанышында үтә.
Оҙаҡ йылдар Һаҡмар мәктәбендә физик тәрбиә буйынса һабаҡ биргән абруйлы уҡытыусы Мөхәммәт Муса улының яҡты иҫтәлегенә бағышланған волейбол ярышында күрше ятҡан алты ауыл командаһы ҡатнашҡан. 6 ғинуарҙа мәктәптең спорт залында “Атай, әсәй һәм мин” тип аталған эстафета ла шаулап-гөрләп үткән.
– Сарала Ходаковтар, Хисмәтуллиндар, Вәлишиндәр, Мәһәҙиевтәр ғаиләләре, шулай уҡ Зөһрә Бикташева, Фәнис Бәҙретдинов, Зәлиә Йосопова, Рәил Ғәббәсов бик әүҙем ҡатнашты, – тип билдәләне ярышты ойоштороусыларҙың береһе – ауыл китапханасыһы Ғәлиә Мәһәҙиева. Ул шулай уҡ бәйгене ойоштороп, алып барыу йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәткән клуб мөдире Нәғим Вәлишингә, судьялар Марат Ниғмәтуллин менән Радим Мөхәмәтйәновҡа рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙҙең ауыл ике спорт мастерын үҫтергән. Йәйгеһен СССР-ҙың спорт мастеры, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Ринат Алтынғужин призына район күләмендә марафон үткәйне. Тиҙҙән, февраль айында, саңғы буйынса спорт мастеры Шәфҡәт Ғайсин призына ярыш уҙғарырға йыйынабыҙ, – тип пландары менән дә уртаҡлашты әүҙем йәмәғәтсе Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы.
Ә бөгөн Һаҡмар ауылында “Ҡышҡы уйындар” тип аталған күңелле сара ойошторола. Ғөмүмән, ауыл халҡының һәр ярышта, байрамда әүҙем ҡатнашыуы, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә барыуы ҡыуандыра.
Фотолар: “Һаҡмар ауылы китапханаһы” төркөмөнән.