Спорт һәм туризм
8 Января 2020, 13:45

Спорт һөйөүселәргә шарттар күп

6-7 ғинуарҙа Борай районында өлкәндәр өсөн ифрат файҙалы һәм кәрәкле сара үткән

6-7 ғинуарҙа Борай районында өлкәндәр өсөн ифрат файҙалы һәм кәрәкле сара үткән. Район хакимиәте хәбәр итеүенсә, 18 йәштән 62 йәшкә тиклемге кешеләр ГТО нормаларын тапшырған. Үҙенең көсөн алтмыштан ашыу кеше һынап ҡараған. Улар оҙонлоҡҡа һикергән, турникта күтәрелгән, ҡул көсөн һынаған, саңғыла йүгергән, пневматик ҡоралдан атҡан, йөҙгән һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса шөғөлләнгән. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, спорт менән дуҫ кешеләргә был нормаларҙы тапшырыу ҡыйын түгел. ГТО нормаларын тапшырыу өсөн махсус сайтта теркәлеү һәм махсус һан алыу зарур. Тест үҙәгенә килеү өсөн ғариза һәм табиптан рөхсәт тә кәрәк. Борайҙа ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар: "Океан" бассейны, "Танып" стадионы, үҙәк парктағы саңғы базаһы, райондың тренажер залдары һәр саҡ спорт һөйөүселәрҙе көтә.
Фото Борай районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми сайтынан.
Читайте нас