Швейцарияла үҫмерҙәрҙең III Ҡышҡы Олимпия уйындары бара. Унда 80 илдән килгән 1880 йәш спортсы 16 спорт төрөндә 81 миҙал тупланмаһы өсөн көрәшәсәк. Ярыштар 22 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Рәсәй йыйылма командаһы беренсе көндә ике алтын миҙал яуланы. Улар биатлонсылар иҫәбендә. Башта шәхси беренселектә Олег Домичек финишта беренсе булһа, һуңынан ҡыҙҙарҙан Алена Мохова “алтын”лы булды.
Өсөнсө көндә конькиҙа фигуралы шыуыусылар боҙға сыҡты. Парлы шыуыуҙа Аполлинария Панфилова менән Дмитрий Рылов беренсе булһа, Диана Мөхәмәтйәнова менән Илья Миронов икенсе урынды яуланы. Шулай уҡ парлы бейеүҙә Ирина Хавронина менән Дарио Черизано уйындар чемпионы булды. Егеттәр араһында шәхси беренселектә Андрей Мозалев – икенсе, Даниил Самсонов өсөнсө һөҙөмтәгә өлгәште. Ҡыҙҙарҙың да – шундай уҡ һөҙөмтә.
Ярыштың бишенсе көнөндә биатлонсы Алена Мохова спринт бәйгеһендә беренсе булып, йәнә “алтын” алды. Хәҙер ул – уйындарҙың ике тапҡыр чемпионы. Командалаш иптәше Анастасия Зенова көмөш миҙал яуланы.