Спорт һәм туризм
19 Января 2020, 11:55

Илдә беҙ беренсе!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәргә көрәште индереү буйынса нимә тип яҙҙы?

“Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының әйҙәүсе белгесе Василий Цандыков йолаға әүерелгән “Мәғариф сәғәте”ндә беҙҙең республиканың илдә мәктәптәргә көрәште индереү буйынса лидер булыуыбыҙ хаҡында һөйләне” тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Радий Фәрит улы шулай уҡ пилот проектында Башҡортостандың 16 мәктәбе ҡатнашыуы хаҡында белдергән. Көрәш буйынса секциялар тағы 46 мәктәптә үткәреләсәк.
“Көрәштең был төрө ҡиммәт түгел, барыһының да ҡулынан килә. Шул уҡ ваҡытта ул холоҡто тәрбиәләй, ихтыярҙы нығыта, ҡурҡмаҫҡа, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм мөһим ҡарарҙарҙы тиҙ генә ҡабул итергә өйрәтә.
P.S. Быйылдан “Ауыл тренеры” программаһы эш башланы. 100 кеше 600 меңешәр һум аҡса аласаҡ. Кадрҙарҙы һаҡлап алып ҡалайыҡ, ярҙам итәйек”, - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фотолар республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас