Спорт һәм туризм
21 Января 2020, 06:48

Ғаилә менән спорт айырылғыһыҙ

Ял көндәрендә Өфөлә “Яңы йыл ғаилә уйындары” үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” фестивалендә әллә күпме кеше ихлас ҡатнашты. Ошо ҙур, мөһим сараның төп өлөшө – финал уйындары – үткән шәмбе Өфөләге “Динамо” стадионында булды.


“Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты сиктәрендә ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән 70 ғаилә үҙен һынап ҡараны. Улар барыһы ла тыуған районында беренсе урын яулаған.


“Уйындарҙы үткәрергә ҡарар иткәндә, был тиклем үк күп ғаиләләр ҡатнашыр тип уйламағайныҡ”, – тип шатлығын белдерҙе фестиваль финалы уйындарын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров. Сарала шулай уҡ Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Зариф Байғусҡаров, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, илебеҙҙең билдәле спортсыһы Андрей Зюзин һәм башҡалар ҡатнашты.


Әйткәндәй, фестиваль республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ярҙамында ойошторолған. Унда барыһы 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шаян старттарҙа 103 мең 500 кеше (13 мең 470 ғаилә командаһы), 27 спорт төрө буйынса уҙғарылған ярыштарҙа тотош Башҡортостан буйынса 216 мең 144 кеше үҙ көсөн һынап ҡараған. Шаян старттар 1 мең 241 мәктәптә үткәрелгән.


Финал уйындарында ғаиләләр ике төркөмдә ярышты. Тәүгеһендә балалары I-II класта уҡыған ғаиләләр үҙ көсөн һынаһа, икенсеһендә III-IV кластарҙа белем алған балаһы булған ғаиләләр беренселек өсөн тырышты.


Тәүге төркөмдә Әбйәлил районынан Даушевтар уйындар башында уҡ етеҙлеге, тырышлығы ме­нән башҡаларҙан айырылып торҙо. Уларға республиканың йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов төбәгебеҙҙәге иң яҡшы шифаханаларҙың береһенә –“Красноусол”ға юллама тап­шырҙы. Икенсе урынға Ҡырмыҫ­ҡа­лынан Шиновтар, өсөнсөгә Мә­ләүез районынан Кувайцевтар сыҡты.


Ә бына икенсе төркөмдә ярыш­ҡан ғаиләләр араһында Стәрле­тамаҡ ҡалаһынан Ҡотдосовтарға тиңдәр табылманы. Уларға “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама тапшырылды. Икенсе урында – Октябрьскийҙан Шәрифуллиндар, өсөнсөлә – Туймазынан Гәрәевтәр.


Икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булғандарға “Спортмастер” магазинының һәм “Планета” аква­паркының бүләктәре тапшырылды.


Фестивалдең муниципаль этабы әҙерлеге һөҙөмтәләре буйынса район-ҡалалар араһында Әбйәлил районы беренселекте яуланы. Был – фестивалдә халҡы иң күп ҡатнашҡан район. Барыһы 27 мең 671 кеше залдарҙа, урамдарҙа үткәрелгән спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән. Әйткәндәй, был – райондағы халыҡтың 61 проценты.


Әбйәлилдәрҙән илештәр бер аҙға ғына ҡалышҡан (21 мең 861, районда йәшәүселәрҙең 77,6 проценты). Ә бына ҡалалар араһында Сибай иң әүҙем тип танылған (6 мең 600 кеше, 11, 75 процент). Бынан тыш, спорт сараларында Баймаҡ районы (10 мең 740 кеше), Бәләбәй (5 мең 700 кеше), Благовещен (10 мең 100 кеше), Ейәнсура (4 мең 897 кеше), Ишембай (8 мең 860 кеше), Туймазы (4 мең 332), Өфө ҡалаһының Калинин районы (37 мең 941 кеше) халҡы әүҙем ҡатнашҡан.


“Был фестиваль йыл һайын үткәреләсәк. Өҫтәүенә яҙғы һәм көҙгө уйындар ойоштороласаҡ”, – тип белдерҙе республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. “2024 йылда фестивалдә Хәбировтар ғаиләһе мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Шулай итеп, һеҙҙең лайыҡлы дәғүәселәрегеҙ буласаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.


Наилә менән Илнур ДАУШЕВТАР,

Әбйәлил районының Амангилде ауылы:

– Өфөгә финал ярыштарына улыбыҙ Динислам менән килдек. Бындай фестивалдә ҡатнашыу – үҙе бер мәртәбә, хатта яуаплылыҡ, сөнки тотош район исеменән сығыш яһаныҡ. Ә был сараның еңеүсеһе булырбыҙ тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Шуға спорт ярыштарына беҙҙе ныҡлы, ентекле әҙерләнергә ярҙам иткән тренерыбыҙ Нил Ҡужәхмәтовҡа ҙур рәхмәт!
Айгөл менән Рим, Дим РӘХИМОВТАР,

Ғафури районының Красноусол ауылы:

– Районда үткәрелгән мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Фестивалдең үҙебеҙҙә үткәрелгән төбәк ярыштарында иһә 11 ғаилә ҡатнашҡайны. Унда беренсе урын яулау бәхетенә өлгәштек һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа Ғафури районы исеменән сығыш яһайбыҙ. Бындай фестивалдәрҙең ойошторолоуы ғаиләләрҙең, ғөмүмән, халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуы һәм спортҡа халыҡты күберәк йәлеп итеүе менән яҡшы.




Читайте нас