Спорт һәм туризм
24 Января 2020, 08:46

Ишембай уҡытыусылары сәләмәт тормош яҡлы

Ишембай уҡытыусылары араһында волейбол буйынса турнир сәләмәтлек спартакиадаһы сиктәрендә үткәрелде.

Ишембай уҡытыусылары араһында волейбол буйынса турнир сәләмәтлек спартакиадаһы сиктәрендә үткәрелде.


Уҡытыусыларҙың да спорт менән шөғөлләнеүе – үҙе бер мәртәбәле күренеш. Шулай итеп, улар уҡыусыларға ғына түгел, башҡаларға ла сәләмәт тормош алып барыуҙа спорттың ҙур урын биләүен күрһәтә. Ишембай ҡалаһы һәм районы мәғариф һәм фән хеҙмәт­кәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Николай Шишков әй­теүенсә, сәләмәт уҡытыусы – сәләмәт уҡыусылар ул.
Читайте нас