“Беҙ ошо юлдан барасаҡбыҙ, – тине республика етәксеһе Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһының йондоҙҙар матчынан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында. – Дөйөм алғанда, һөнәри спорттың үҫешен йәштәр аша күрәм. Райондарға килһәм, бар хоккей ҡаптары йәшел формалағы балалар менән тулған була. Был спорт төрөнөң, “Салауат Юлаев”тың үҙ емештәрен биреүен, йәштәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылғанын ылыҡҡанлығын аңлайым”.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Радий Фәрит улы шулай уҡ төбәктең төрлө сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә әҙер икәнлеге хаҡында ла белдерҙе.