Хәбәр итеүебеҙсә, кисә Рәсәй командаһы Биш милләт турнирында Швеция командаһын еңде. Бөгөн иһә ул Финляндия спортсылары менән осрашты.
Уйындың тәүге осоро тыныс булды. Ә бына тәнәфестән һуң спортсыларыбыҙ күршеләр ҡапҡаһына бер-бер артлы һөжүм итә башланы. Шулай итеп, өс тапҡыр голкипер Юсо Хеломдың кәйефен төшөрҙө хоккейсыларыбыҙ: Иван Мирошниченко, Матвей Петров һәм Илья Иванцов Финляндия ҡапҡаһына берешәр гол индерҙе!
Тик ҡунаҡтар ҙа Валерий Бринкмандың ҡапҡаһына бер гол сәпәне. Өҫтәүенә улар уйындың һуңғы өлөшөндә үҙ иҫәбенә тағы бер мәрәй яҙҙы. Ярай әле, иң аҙаҡ хоккейсыбыҙ Всеволод Гайдамак финдар ҡапҡаһына йәнә гол индерҙе. Тик улар ҙа үҙ сиратында командалары иҫәбенә тағы бер мәрәй өҫтәне. Шулай итеп, таблола иҫәп 4:2 ине. Матч тамамланыуға ике минуттан күберәк ваҡыт ҡалғас, 16 йәшлек Данила Юров командабыҙ тағы бер гол индерҙе. Һөҙөмтәлә уйын Рәсәй командаһы иҫәбенә 5:2 менән тамамланды.
Хоккейсыларыбыҙҙың киләһе матчы - 8 февралдә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уйындар теҙмәһе:
15.00 Швеция – Финляндия;