Өфөлә барған Биш милләт турниры уйындарын көйәрмәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Кисә Рәсәй командаһы ял итте, чехтар - шведтарға, АҠШ Финляндияға ҡаршы уйнаны.
Чехия менән Швеция матчында иҫәп - 1:2, американдар һәм финдар осрашыуында иһә - 5:4.
Бөгөн “Өфө-Арена”ла Рәсәй командаһы Чехия хоккейсыларын 4:3 иҫәбе менән еңде! Еңеү шайбаһын Матвей Петров индерҙе.
Әле Рәсәй менән АҠШ командаһы турнир таблицаһының беренсе юлын бүлешә. Иртәгә ике ил спортсыларының осрашыуы Биш милләт турнирының еңеүсеһен билдәләйәсәк.