Спорт һәм туризм
11 Февраля 2020, 08:26

Ун меңдән ашыу кеше саңғы шыуҙы

Быйыл “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй ярыштары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.

Өфөлә үткәрелгән “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй ярыштарында илдең 73 төбәгенән спортсылар, һәүәҫкәр саңғысылар ҡатнашты.


“Рәсәй саңғыһы” асыҡ ярыштары “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министр­лығы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, сарала 10,2 мең спортсы һәм саңғы спортын үҙ итеүсе ҡатнашҡан.
Улар ике, өс һәм биш километрлыҡ араға уҙышты. Бынан тыш, тағы 2020 метрҙан торған VIP-ярыш булды.

Был үҙенсәлекле спорт сараһының төп үҙәге Өфөләге “Биатлон” спорт комплексы ине.
Уҙыштарҙа Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Марина Томилова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, респуб­ликаның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар үҙ көсөн һынаны.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Марина Томилова: “2020 йылда тап Башҡортос­танда 38-се “Рәсәй саңғыһы” старт алды, сөнки бында спортты яраталар, сәләмәт кешеләрҙең мөмкин тиклем күберәк булыуы өсөн шарттар тыуҙырылған.
Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт һәм бер ҡасан да туҡтап ҡалмаҫҡа! Башҡортостан үҙ ҡыҙҙары һәм улдары менән бөйөк Рәсәйҙе данға күмһен”, – тине. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмен уҡып ишеттерҙе.
Саңғы спортын үҙ иткәндәрҙе эҫе сәй һәм бутҡа менән һыйланылар. Әйткәндәй, был сара 1982 йылдан алып уҙғарыла.

Читайте нас