“Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры” акцияһына ярашлы тағы бер баланың уй-хыялы бойомға ашты.
Батырхандың президенттар ҡараған урындан “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйнауын күргеһе килгән. Акцияның һуңғы көнөндә тап уның хыялын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һайлаған һәм уҡыусының уй-теләген бойомға ашырырға вәғәҙә иткән. Батырхан әсәһе менән бергә матчты ҡарарға килгән.
"Был урындан хоккейҙы күҙәтеүе ныҡ оҡшаны. Өҫтәүенә майҙанда кумирҙарым уйнай ине. Үҙем спорт менән шөғөлләнгәс, боҙҙа нисек икәнен бик яҡшы беләм. Миңә һәм әсәйемә ошо ҡыуаныслы мәлдәрҙе бүләк иткәндәргә ҙур рәхмәт”, – тип белдергән малай.
“Беҙҙә ошондай акцияларҙың үткәрелеүе шәп. Балаларҙың шатлыҡлы, бәхетле йөҙҙәрен күреү һәр саҡ яҡшы. Әгәр ҙә һин ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашаһың икән, икеләтә ҡыуаныс”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
12 февралдә Өфөнән VIII класс уҡыусыһы Елена Казанцеваның хыялы тормошҡа ашҡайны: ул республика Башлығының эш бүлмәһен күргәйне. Тағы София исемле ҡыҙҙың Асҡар Абдразаҡов һәм Вилдан Яруллин менән бергә йырлау теләге бойомға ашырға тейеш, тип вәғәҙә итә матур акцияны ойоштороусылар.