Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Санкт-Петербургтың СКА командаһы менән осрашты.
Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бәйле, 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы матч алдынан I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, фронтта ҡатнашҡан 96 йәшлек Илгизәр Хаиров уйын шайбаһын символ рәүешендә ташланы.
Ике команда уйындарына килгәндә, былтыр сентябрҙәге матчта юлаевсылар 1:4 иҫәбе менән СКА-нан еңелгәйне. Сираттағы осрашыуҙың тәүге миҙгелендә хоккейсыларыбыҙ ышаныслы ғына уйнай башланы. Тик иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына матчтың 72-се секундында уҡ асылды. СКА-нан Лукас Бенгтссон шайбаны уңышлы ташланы. Тиҙҙән юлаевсылар был хәлде үҙгәртә алды. Һөжүм итеүсе Линус Умарк, шайбаны Никита Сошниковҡа уңышлы тапшырып, күрше команда ҡапҡаһына шайба индерелде. Һөҙөмтәлә швед хоккейсыһы – Континенталь хоккей лигаһы уйындарында 350 мәрәй туплаған унынсы уйынсы. Быға тиклем ул Александр Радуловтың йыйылған мәрәйҙәр буйынса рекордын ҡабатлап, команданың иң яҡшы бомбардиры тип танылғайны. Өҫтәүенә Никита Сошников был уйын миҙгеленең голдар иҫәбе буйынса иң яҡшы снайперы тип танылған Дмитрий Яшкинды (“Динамо”) ҡыуып етте. Хәҙер был ике уйынсының да – 27-шәр мәрәй.
Артабан Никита Сошников күршеләр ҡапҡаһына тағы бер шайбаны сәпәне. Тик киләһе уйын осоронда ҡунаҡтар һаҡсы Василий Токранов ярҙамында үҙ иҫәбенә ике гол яҙҙы. Быға Никита Сошников тағы бер шайба менән яуап бирҙе. Шулай итеп, юлаевсы хет-трек яһаны.
Өсөнсө осорҙа СКА Сергей Плотников ярҙамында алға сыҡты. Бәхеткә күрә, 53-сө минутта “Салауат Юлаев” иҫәпте тигеҙләне. Был голдың хужаһы Владислав Картаев булды.
Уйын нисбәтен овертаймдағы уйын хәл итте. Унда Василий Токранов, хет-трек эшләп, СКА командаһына еңеү килтерҙе. Иҫәп – 4:5...
Фото: "Салауат Юлаев" хоккей клубы.