Спорт һәм туризм
17 Февраля 2020, 20:15

Көрәш һәр бишенсе мәктәптә буласаҡ

2021 йылда Өфөлә үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреү йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили 2021 йылда Өфөлә үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреү буйынса хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда спорт көрәшен үҫтереү йәһәтенән көстәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота.

“Һеҙҙең менән килешеүгә ярашлы, спорт көрәшен үҫтереү буйынса ышаныслы алға барабыҙ. "Көрәш – мәктәптәргә!" федераль проектына 16 уҡыу учреждениеһы ҡушылды, ә 2024 йылға был күрһәткесте 200-гә еткерәсәкбеҙ. Йәғни, көрәш һәр бишенсе мәктәптә буласаҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Өфөлә Спорт мәктәбе үҙәген төҙөү буйынса экспертиза тамамланған. Подрядсы ойошманы һайлау буйынса конкурс процедураһы башлана.

“Спорт көрәше, үҫеп килгән быуындың социаль яраҡлашыуы кеүек мөһим йүнәлештәргә ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Көрәш менән шөғөлләнгән балалар көслө буласаҡ, шулай уҡ тормош өсөн кәрәкле тәжрибә туплаясаҡ, еңеүгә ынтыласаҡ”, – тине Михаил Мимиашвили.

Федерация президенты республиканың, чемпионат хужаһы булараҡ, исем туйын бик шәп үткәнен билдәләп, Өфөлә үҫмерҙәр араһындағы ярыштар юғары кимәлдә уҙасағына ышаныс белдерҙе.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас