Спорт һәм туризм
28 Февраля 2020, 13:20

Малайҙар тик шатлыҡтан илаһын!

– Элек мин хоккейға бигүк иғтибар итмәй торғайным, һуңғы йыл эсендә клубтың төбәк өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә икәнен аңланым. Мин йыш ҡына райондарға сығам. Һәм һәр бер ауылда тиерлек хоккей майҙансығы төҙөүҙе үтенәләр.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты. Уларға плей-офта сағыу еңеүҙәр һәм уңыштар теләне.
– Бөтә республика һеҙҙең өсөн янып-көйҙө. Регуляр чемпионатта күрһәткән яҡшы һөҙөмтә өсөн рәхмәт! Элек мин хоккейға бигүк иғтибар итмәй торғайным, һуңғы йыл эсендә клубтың төбәк өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә икәнен аңланым. Һеҙ – Башҡортостандың ғорурлығы! Мин йыш ҡына райондарға сығам. Һәм һәр бер ауылда тиерлек хоккей майҙансығы төҙөүҙе үтенәләр. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас шөғөлләнә. Республикала был уйынға шундай һөйөүҙе һеҙ тыуҙыраһығыҙ. Әлбиттә, ҙур спорт – ауыр хеҙмәт. Әммә республика һеҙҙең эшкә булышлыҡ итәсәк. Беҙ һеҙҙән еңеүҙәр көтәбеҙ. Боҙға сыҡҡанда иғтибар итегеҙ: күпме малай һеҙгә өмөт менән ҡарай. Әгәр ҙә еңелһәгеҙ, матчтан һуң илайҙар. Әйҙә улар тик шатлыҡтан илаһын! Уңыштар теләйем! – тине Радий Фәрит улы.
Белеүегеҙсә, йәкшәмбелә юлаевсылар Омскиҙың “Авангард” клубы менән плей-офтың тәүге раунд матчтарын башлай. 1 һәм 3 мартта улар Башҡортостандан ситтә уҙһа, 5 һәм 7 мартта – Өфөлә. Кәрәк булһа, артабан юлаевсылар 9 мартта – ҡунаҡта, 11-ендә – үҙ боҙобоҙҙа, 13 мартта йәнә ситтә уйнаясаҡтар. Раунд командаларҙың береһе дүрт тапҡыр еңгәнгә тиклем барасаҡ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас