Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге баш ҡалалағы Октябрь районының Глумилин биҫтәһендәге Гәрәев – Архитектор Рехмуков – Нуриев – Комсомол урамдары кварталында төҙөләсәк.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үҙәкте төҙөү проекты Башҡортостандың Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Проект хаҡы – 3,58 миллиард һум. Быйыл 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленһә, 2021 йылда – 800 миллион, 2022 йылда 2,28 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк.
Яңы спорт үҙәгенең майҙаны 29 мең квадрат метр тәшкил итә, ул 3319 кешегә иҫәпләнгән. Унда спорт залы, балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, ҡунаҡхана һәм медицина-реабилитациялау үҙәге урынлашасаҡ.