“Ағиҙел казачествоһы” утар казактары йәмғиәтенең “Спорт – балаларға!” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың грантын отто.
Социаль проект Өфөләге Оҙаҡ дауаланыуға мохтаж балалар өсөн 2-се шифахана мәктәп-интернатында тәрбиәләнгәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Ул шулай уҡ ҡала казактарының балалар менән артабанғы оҙайлы хеҙмәттәшлеген тәьмин итә. Үҫмерҙәр менән хәрби-ватансылыҡ эше уҡыу йонтонда спорт секцияларын киңәйтеүҙе, интерактив атыу тиры асыуҙы күҙаллай.
Проект ошо арала тормошҡа ашырыла башлай.
Фото: “Ағиҙел казачествоһы” йәмғиәте.