Спорт һәм туризм
3 Июля 2021, 06:00

Мөһабәт тәбиғәт ҡомартҡыһы - эргәбеҙҙә генә

Сибай ҡалаһынан 24 пенсионер Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай ҡалаһынан хаҡлы ялдағыларҙан бер төркөм "Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" республика программаһына ярашлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтты.
Бөрйән районына сәфәр "Демография" милли проектының "Оло быуын" өлкән йәштәгеләргә системалы ярҙам итеү һәм тормош сифатын яҡшыртыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр булғанлыҡтан, сибайҙар республикала эшләп килгән программаға яңы ғына ҡушылды. Күптән көтөп алған сәйәхәт бер тынала үткән. 24 өлкән быуын вәкиле “Ҡурсаулыҡ ере” маршруты буйынса сәфәр ҡылған. Сарала ҡатнашыусылар экскурсия объекттарын - солоҡтарҙы, "Баллы урман" музейын, фитобарҙы ҙур теләк ҡарап сыҡҡан.
"Бөрйәндең һауаһы саф, һыуы таҙа, тәбиғәте иҫ китмәле матур. Сәйәхәтте ойоштороусыларға ҙур рәхмәт", - ти Миңза Латипова. Хаҡлы ялдағылар айырыуса башҡорт тирмәһендә сәй эсеүҙе, ата-бабалар туҡталышы уйын майҙансығын оҡшатҡан. Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиянан һәр кем ҡанатланып, эргәбеҙҙә генә мөһабәт тәбиғәт ҡомартҡыһы булыуға инанып, һоҡланып ҡайтҡан. Мөғжизәле Бөрйән ере һәр кемдең күңеленә ғорурлыҡ, шул уҡ ваҡытта һиллек тә өҫтәгән. Ололар киләсәктә программа нигеҙендә башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын да барып күрергә ашҡына.
Әйткәндәй, хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан буйынса 186 социаль тур ойоштороласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты буйынса эш дауам итә.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайты.