Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Июль 2021, 11:18

“Олимпиадала ҡатнашыу – үҙе ҙур ҡаҙаныш”

Японияның баш ҡалаһы Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары бара. Башта ярыштар 2020 йылдың 24 июленән 9 авгусына тиклем үткәрелер, тип планлаштырылғайны, тик коронавирус пандемияһы сәбәпле, сара кисектерелде. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 2013 йылдың 7 сентябрендә Халыҡ-ара Олимпия комитетының Буэнос-Айреста булған 125-се сессияһында Токио XXXII йәйге Олимпия уйындарын уҙғарыу урыны тип билдәләнгәйне. Японияның баш ҡалаһы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Төркиәнең Истанбул һәм Испанияның Мадрид ҡалаларын артта ҡалдырғайны.

 Быға тиклем Токио беренсе тапҡыр 1964 йылда йәйге Олимпиаданы ҡабул иткәйне. Быйылғы сарала барлығы 12 мең 500 атлет үҙ көсөн һынай. Уйындарҙа ҡатнашҡан ҙур команда – Америка Ҡушма Штаттарынан. Андорра, Бермуд утрауҙары, Брунея, Доминика, Лесото, Мавритания, Маршалл утрауҙары, Науру, Сомали, Тувалу, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан кеүек илдәрҙән сарала ни бары ике атлет ҡына ҡатнаша. Уйындарҙың иң йәш спортсыһы Сүриәнән 12 йәшлек Хенд Заза булһа, иң олоһо – Австралиянан Мэри Ханна.

Йәйге Олимпия уйындары программаһына килгәндә, 50 дисциплинаны берләштергән бадминтон, баскетбол, бокс, көрәш (ирекле, грек-рим), волейбол кеүек 33 спорт төрө бар. Ярыштар 43 спорт объектында уҙа. Уларҙың 23-ө электән булһа, һигеҙе – яңы, 10-ы – ваҡытлыса. Бынан тыш, Олимпия футбол турниры матчтары Иокогама, Касима, Гифу, Сайтама, Саппоро ҡалаларында үткәрелә.

Сираттағы йәйге Олимпия уйындарында 339 комплект миҙал уйнатыла. Был, 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгәне менән сағыштырғанда, 33-кә күберәк. Йәнә быйылғы сараға каратэ, серфинг, ҡаяға үрмәләү, скейтбординг кеүек дисциплиналар өҫтәлгән. Быға тиклем спорт төрҙәре Олимпия кимә­лендә юҡ ине. Токиола шулай уҡ 2008 йылдан Уйындар программа­һына индерелмәгән бейсбол, софтбол буйынса ла ярыштар көтөлә.

Токио ҡалаһындағы ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республика­быҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынай. Рәсәйҙең йыйылма командаһында республикабыҙҙан Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәжева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова бар. Был иһә Башҡортостан исемен донъя ҡитғаларына яңғыратыу мөмкинлеген бирә. Республикабыҙға килгәндә, һуңғы йылдарҙа спорт һәм физик культура үҫешенә, ГТО нормаларын үтәүгә етди иғтибар бүленә.

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың спорт министры Руслан Таһир улы ХӘБИБОВтың сара алдынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһын тәҡдим итәбеҙ.

 – Биш спортсы Токиола үткәрел­гән йәйге Олимпиада уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларҙың ошо сарала сығыш яһауы күпме кимәлдә етди?

– Әйтергә кәрәк, беренсенән, барыһы ла сағыштырыуҙа таныла. Олимпиада ҡатнашыусыһы булыу – үҙе үк, һис һүҙһеҙ, ҡаҙаныш. Әгәр элекке йәйге Олимпия уйындарында дүрт спортсыбыҙ ҡатнашып, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан өсөн сығыш яһаһа, быйыл Токиолағы Олимпиадала биш спортсыбыҙ үҙ көсөн һынай. Улар –фехтование менән шөғөлләнгән ике спортсы, икәүһе – ишеү һәм берәүһе – ишеү слаломы. Был – беҙҙең йәштәребеҙҙең уңышы, тип иҫәпләйбеҙ. Республикабыҙ вәкилдәре яҡшы сығыш яһар, тип уйлайбыҙ һәм улар өсөн “көйәбеҙ”.

 – Исемлектә башҡа спортсылар ҙа бар инеме? Бадминтон, каратэны билдәләргә кәрәк. Уларға ҡатнашыу өсөн нимә етмәне?

– Һәр спорт төрө өсөн һайлау системаһы Халыҡ-ара федерация тарафынан раҫлана. Һис һүҙһеҙ, бадмин­тонсыларыбыҙ өсөн ҡайғырғайныҡ. Европа кимәлендә шәп булыу йәйге Олимпиада уйындарында ҡатнашыу кимәле тигәнде аңлатмай әле. Беҙҙең каратэ вәкилдәренә лә аҙ ғына етмәне. Бөгөн көнәркәшлек, өҫтәүенә, пандемия, шул иҫәптән Токиолағы сикләүҙәр менән бәйле хәл ябай түгел. Шуға спортсыларыбыҙҙың был сарала ҡатнашыуы лайыҡлы тип уйлайбыҙ.

 – Һеҙ, моғайын, анализлағанһығыҙҙыр: ҡыҙ-егеттәребеҙҙең ҡайһыһының мөмкинлектәре күберәк?

 – Федерацияның тренерҙар составы менән дә анализланыҡ, әммә фаразламаныҡ. Айырым спортсылар хаҡында әйтеп үтәйек. Тимур Сафин – 2016 йылда үткәрелгән йәйге Олимпиадала команда составында чемпион тип танылғайны, шәхси беренселектә бронза миҙал яуланы. Шуға, һис һүҙһеҙ, ул – 1 августа командабыҙ составында фехтование буйынса сығыш яһаясаҡ тәжрибәле спортсы.

– Төп конкуренттарыбыҙ кем?

– Фехтованиеға килгәндә, төп конкуренттарыбыҙ – ошо спорт тыуған ер Франция, Италия, Азия, Япония илдәре спортсылары. Әйткәндәй, беҙҙең ир-егеттәр йыйылма командаһы Гон-Конгтың көслө командаһы менән осрашасаҡ.

 – Параллель иҫәптә сығыш яһаясаҡ спортсыларыбыҙ бармы? Ошо хаҡта аңлатып китһәгеҙ ине. Йәнә быға ишкәкле слалом буйынса беҙҙә канал юҡлығы сәбәптер...

– Был канал Өфөләге Инорс биҫтәһендә төҙөләсәк. Киләһе йылда эш башлана, быйыл кәрәкле документтар әҙерләнде. Был ғына ла түгел, ошо канал төҙөлөшө өсөн федераль бюджеттан 250 миллион һум аҡса йәлеп иттек.

Ишкәкле слаломға килгәндә, тотош илдән ике генә вәкил – ҡыҙ һәм егет – бар. Ул ҡыҙ – беҙҙең Алһыу Минәжева, байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ишеү слаломы федерацияһы менән бәйләнештәбеҙ. Алһыу күнекмәләр үткәрә. Ысынбарлыҡта был – ҙур ғорурлыҡ, алға китеш. Ул параллель иҫәптә Мәскәү өсөн сығыш яһай. Быға бөгөн беҙҙә каналдың булмауы, юғары кимәлдә әҙерлек үткәреү өсөн урын юҡлығы сәбәпсе. Ишеү, ишкәкле слалом буйынса спортсылар параллель иҫәптә сығыш яһай.

Александр Сергеев (Тверь өлкәһенән) – 2012 йылдан, Варвара Баранова 2013 йылдан (Ульяновск өлкәһенән) Башҡортостан өсөн ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта Варвараның тренеры байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү олимпия резервы спорт мәктәбендә эшләй. Шуны билдәләргә кәрәк: Өфөлә Ағиҙел йылғаһында ишеү буйынса үҙәк төҙөләсәк. Ул ҡыҙҙарға һәм егеттәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирәсәк.

 – Спорт әҙерлеге үҙәгендә Рә­сәйҙең ҡайһы бер командаларының Паралимпия уйындарына әҙерлек бара.

 – Эйе. Әйткәндәй, Варвара Баранованан тыш, үрҙә әйтелгән спортсыларҙың барыһы ла – ошо үҙәк тәрбиәләнеүселәре. Бөгөн беҙҙә ундайҙар 200 тирәһе.

Паралимпия уйындарына килгәндә, 12 тирәһе спортсыбыҙ бар. Улар йөҙөү, коляскала фехтование, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә. Илдең йыйылма командаһы формалашыр һәм ошо 12 спортсыбыҙ ҙа унда эләгер, тип өмөт итәм. 25 августан алып 8 сентябргә тиклем улар өсөн “көйәсәкбеҙ”.

 – Көрәш буйынса беренселек хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.

 – Беҙ был донъя беренселегенең ҙур ихтыяж менән файҙаланырын көтмәгәйнек. Бөгөн 54 илдән 1222 спортсы теркәлгән. Иң ҙур команда, аңлашылыуынса, Рәсәйҙән – 100 кеше. Ә теркәлеү дауам итә. Икенсе урында – Америка Ҡушма Штаттары: 70 көрәшсе киләсәк. Ҡаҙағстандан – 46 спортсы.

Ярыштар Спорт федерацияһы ҡуйған талаптар буйынса үткәреләсәк.

 Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.

Читайте нас: