Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Июль 2021, 08:00

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!

Бөгөн, 28 июлдә, Токиола барған XXXII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан Алһыу Минәжева каноэ буйынса үҙ көсөн һынай.

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!
Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!

Бөгөн, 28 июлдә, Токиола барған XXXII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан Алһыу Минәжева каноэ буйынса үҙ көсөн һынай.

Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.

Алһыу был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн 2019 йылдағы донъя чемпионатында һайлап алынғайны. “Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Был уңышым нигеҙендә, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, өҙлөкһөҙ күнекмәләр, тренерҙарымдың, миңә төрлө яҡлап булышлыҡ иткән кешеләрҙең ярҙамы ята", - тип белдергәйне яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһында.

 

Фото: waterslalom.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: