Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 20:50

“Был миҙалды көткәйнек...”

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт рапирасыһы Аделина Заһиҙуллинаны Олимпиадала алтын миҙал яулауы менән ҡотланы.

“Был миҙалды көткәйнек...”
“Был миҙалды көткәйнек...”

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт рапирасыһы Аделина Заһиҙуллинаны Олимпиадала алтын миҙал яулауы менән ҡотланы.

29 июлдә башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе илдең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында француз командаһын еңде. Алина Заһиҙуллина менән бергә Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Марта Мартьянова бар ине. Республика етәксеһе спортсыларҙың ярыштарҙа ныҡышмаллылығын билдәләне, барлыҡ командаға шәп ҡаҙаныштар өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

- Был миҙалды көткәйнек. Һеҙгә нисек ауыр булғанлығын аңлайбыҙ. Афарин! Шундай нескә генә ҡыҙ һәм Олимпиадалағы беҙҙең беренсе алтын миҙалыбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Ҙур рәхмәт һеҙгә. Ғорурланабыҙ һәм борсолабыҙ.

Аделина Заһиҙуллина үҙ сиратында төбәк Башлығына рәхмәт белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аделина Заһиҙуллина Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, атҡаҙанған спорт мастеры, рапирала фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәй кубоктарын яулаусы, чемпионаттарҙа еңеүсе. А. Заһиҙуллина професииональ спорттағы карьераһын 2012 йылда Новогорскиҙа Бөтә Рәсәй беренселегендә ҡатнашып башлаған һәм унда өсөнсө урын яулаған. 2015 йылдан Рәсәйҙең фехтование буйынса йыйылма командаһы ағзаһы.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: