Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 17:20

Ял итеү өсөн Башҡортостанды һайлағандар

Инстаграм социаль селтәрендә #башҡортостандыһайла хештегы ҡуйылған мәҡәләләр һаны меңдән ашты.

Ял итеү өсөн Башҡортостанды һайлағандар
Ял итеү өсөн Башҡортостанды һайлағандар

Инстаграм социаль селтәрендә #выбирайбашкортостан хештегы ҡуйылған мәҡәләләр һаны меңдән ашты. Флешмоб ял итеү өсөн республиканы һайлағандарға йүнәлеш биреүсе үҙенсәлекле маяҡҡа әүерелде тиергә лә мөмкин. Онлайн-флешмоб Башҡортостандағы тәбиғәт ҡосағында бөтә ғаилә менән ял итергә яратҡандарҙың барыһын да берләштерҙе.

“Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Асылыкүл тураһында яҙма ҡалдырған. Уның әйтеүенсә, күл буйында тулы тыныслыҡҡа, эске гармонияға өлгәшәһең.

Шаран районы башлығы Фидан Ишемғолов иһә тәүге тапҡыр Торатауға барған. Республиканың Йәмәғәт палатаһы Аппараты хеҙмәткәре Ғәлиә Йәрмөхәмәтова Ҡариҙел йылғаһында моторлы кәмәлә йөрөгәндәренең видеояҙмаһын селтәргә һалған. Объективтарға шулай уҡ Сибайға илткән юлдағы “ете бөгөл”дөң мәғрур тауҙары ла эләккән. Башҡортостандың элекке ЮХХДИ етәксеһе, отставкалағы полковник Динар Ғилметдиновтың Надеждин ауылындағы Аксаковтар ғаиләһе музейы тураһындағы видеоһын туғыҙ мең кеше ҡараған. Был нәҫел усадьбаһында яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаков ғаиләһе менән 1821–1826 йылдарҙа йәшәгән. Тарихи усадьба һаҡланып ҡалмаған, әммә реставраторҙар дворян йортон тергеҙгән. Надеждиндағы Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге составына Дмитриев ҡорамы, Сергей Аксаковҡа һәйкәл, һөнәрселәр йорто инә. Унда балалар ағасты һырлап һәм семәрләп биҙәргә, сигеү сигергә, кейеҙ баҫырға өйрәнә. Музейҙа йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы, шиғриәт фестивалдәре, башҡа саралар уҙғарыла.

Әйткәндәй, туризм өсөн ҡулай биләмәләрҙе http://туризм-рб.рф/ сайтында табырға мөмкин. Ошонда уҡ Башҡортостандағы иҫтәлекле урындарҙың геолокацияһы ла бирелгән.

1 августа “Патриот” республика йәмәғәт хәрәкәте флешмобта еңеүселәрҙе билдәләп, уларға бүләктәр тапшыра. Отошта ҡатнашыу шарттары менән йәмәғәт хәрәкәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге https://vk.com/algapatriot һәм Инстаграмдағы @algapatriot сәхифәләрендә танышырға була.

 

Фото: narodural.ru

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: