Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Октябрь 2021, 11:49

Ат спортының абруйы арта

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан-2021” ат спорты турниры үткәрелде.

bashinform.ru.
Фото:bashinform.ru.

Бәйге алдынан “Рәсәйҙең ярыш аттарын үҫтереү дуҫлығы” коммерцияға ҡарамаған хеҙмәттәшлеге идараһы рәйесе Николай Исаков менән “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Дамир Исеев “Терра Башҡортостан” ат сабыштарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.

– Һеҙҙең ипподром миңә бик оҡшай, – тине Николай Исаков. – Ҡазандағы, Крас­нодарҙағы һәм башҡа бер нисә ипподром менән бергә мин уны иң яҡшылар рәтен­дә тип беләм. Һеҙҙә фәҡәт күнекмәләр үҙәге асыу ғына етмәй.

Уның әйтеүенсә, ат спор­тының киләсәге ҙур, тик уға дәүләт яғынан иғтибар етең­керәмәй әле. Мәҫәлән, хал­ҡы һәм майҙаны буйынса Башҡортостан менән бер сама булған Финляндияла 43 ипподром уңышлы эшләп килә.

Беҙҙә лә ат спортын йылдан-йыл үҫтереүҙә, ипподромдар инфра­струк­тура­һын яҡшыртыуҙа алға китеш бар. Һуңғы өс йылда Баш­ҡортостанда йылҡы­сы­лыҡ ҙур темптар менән үҫә. Әле республикала башҡорт тоҡо­мо аттарын үрсетеү буйынса ете тоҡомсолоҡ заводы эшләй. Башҡортос­танда бөтәһе 120 мең баш ат иҫәпләнә.

Николай Исаков “Терра Башҡортостан” ат спорты тур­ниры буйынса башлан­ғыстың нисек барлыҡҡа килеүен, был йүнәлештәге саралар тураһында ентек­ләп һөйләне.

“Рәсәйҙең ярыш аттарын үҫтереү дуҫлығы” хеҙмәт­тәшлеге лә был әлеге ат спорты турнирын ойоштороу, уны башҡа төбәктәрҙә лә таратыу өсөн күп көс һалған. Ниһайәт, ул айырым бер матур йолаға әйләнеп бара, тине ул. Башҡорт­остандың муниципалитеттары араһында “Терра Башҡортостан”дың һәүәҫкәр һыбайлылары араһындағы бындай ат сабыштары 2018 йылдан алып үткәрелә. Быйыл турнир майҙа уҡ башланды һәм сентябргә саҡлы дауам итте. Финалға иң йылғыр ун һыбайлы сыҡты.

Матбуғат конфе­рен­ция­һында шулай уҡ, донъяның башҡа илдәрендәге кеүек, тотализатор системаһын ойоштороу кәрәклеге тура­һында ла төрлө фекерҙәр әйтелде. Күп кенә илдәрҙә ул ат спортын финанслауҙа төп сығанаҡ булып тора икән. Мәҫәлән, Японияла тотализатор системаһы ошо спорт төрөн үҫтереүгә йылына 25 миллиард доллар бирә.

Матбуғат конферен­ция­һынан һуң унда ҡатна­шыусылар башҡа ҡунаҡтар һәм тамашасылар менән бергә “Терра Башҡортостан” турнирының финал өлөшөн ҡараны. Бында шулай уҡ Баш­ҡортостан Башлығы призына ат сабыштары, Урта һәм Ҡара диңгеҙ һыбайлыларының халыҡ-ара чемпионатының III этабы үткәрелде.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: