Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь 2021, 23:30

"Трактор" ҡыйратылды: 6:1!

Бөгөн "Салауат Юлаев" хоккейсылары Силәбенең "Трактор"ы менән осрашты.

"Трактор" ҡыйратылды: 6:1!
"Трактор" ҡыйратылды: 6:1!

Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатының сираттағы матчында “Салауат Юлаев” командаһы “Трактор” менән осрашты.

Матч Силәбе ҡалаһының Валерий Белоусов исемендәге “Арена-Трактор” стадионында уҙҙы. Томи Ламса тәрбиәләнеүселәре боҙ хужаларын 6:1 (2:0; 2:0; 2:1) иҫәбе менән ҡыйратты.

Матч башланып ике минут үткәс, Данил Башкиров өфөләрҙе алға сығарҙы. 18-се минутта Григорий Панин өҫтөнлөктө арттырҙы. Икенсе осор башланғанда Павел Коледов өсөнсө шайбаны Роман Вилл ҡапҡаһына сәпәне. 38-се минутта Сакари Маннинен иҫәпте 4:0 итте. Өсөнсө осорҙа “Трактор” ҡапҡаһын һаҡларға тип Эмиль Ғарипов ҡуйылды. Николай Кулёмин бишенсе шайбаны “Трактор” ҡапҡаһына сәпәне. Йәнә 57-се минутта - Сакари Маннинен.

21 октябрҙә “Салауат Юлаев” хоккейсылары Мәскәүҙә ЦСКА командаһы менән осрашасаҡ. “Трактор” 22 октябрҙә үҙ боҙонда “Автомобилист” хоккейсыларын ҡабул итәсәк.

Фото: КХЛ.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: