

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙылған.
“Ял көндәрендә нимә менән шөғөлләнергә? Башҡортостан биләмәһендә төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 75 трассалы 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Уларҙың 19-ы классификацияланған һәм федераль туристик объекттар исемлегенә индерелгән. Билдәлерәк комплекстар - “Абҙаҡ”, “Металлург-Магнитогорск” (“Яҡтыкүл”), “Морат”.
“Абҙаҡ” Рәсәйҙең тау саңғыһы буйынса топ исемлектә тотороҡло урын алған. ТурСтат туристик порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул Яңы 2022 йылда ял итеү өсөн иң яҡшы биш курорт исемлегенә ингән. Унда “Урал легендаһы” экспресс-поезында барып етергә мөмкин. Поезд һәр шәмбе һәм йәкшәмбе 07.08 сәғәттә ҡуҙғала, “Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө” маршруты буйынса хәрәкәт итә.
Беҙ тау саңғыһы курорттары тупланмаһын эшләнек. Уларҙа саңғыла һәм сноубордта шыуырға мөмкин. Һаҡлағыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ", - тип хәбәр ителә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ялдарығыҙ матур, бәлә-ҡазаһыҙ үтһен. Хәүефһеҙлек, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһына ҡаршы сараларын күҙәтергә онотмайыҡ!
Фотолар: Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе.