2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең туристар өсөн иң күркәм төбәктәре исемлегенә ингән. Республикаға 3,5 миллион кеше килде! Беҙ быға аптырамайбыҙ ҙа: иҫтәлекле урындар һаны менән һәр төбәк тә маҡтана алмай.
Тау йылғалары буйлап ағып төшөү, ат походтары, туристик маршруттар, шифаханаларыбыҙҙа дауаланыу... Быларҙың барыһы ла Башҡортостанды ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ял итеү урыны итә. Республикаға туристарҙы йәлеп итеүгә туристик кешбэк программаһы ла булышлыҡ ҡыла. Яңы яҙғы миҙгелдә республикала уны 12 туроператор, 25 ҡунаҡхана, ял базалары һәм һигеҙ шифахана хупланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, туристик кешбэк “Мир” картаһы менән түләгәндә, Рәсәй буйынса юллама хаҡының 20 процентын (20 меңдән ашыу түгел) ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Юлламаны мирпутешествий.рф сайтында һатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: быны 2022 йылдың 8 апреленә тиклем эшләргә кәрәк. Шәмбегә ҡарай төндә льготалы турҙар һатыу ябыла – программаның киләһе миҙгеленә тиклем.
Беҙҙең карточкаларҙа – Башҡортостан шифаханалары, улар туристик кешбэк программаһына ҡушылды. Программала ҡатнашыуға ваҡыт бар әле.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.