Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың VIII “Милләт йәшлеге” премияһының федераль һәм төбәк этаптары лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.
Шулай итеп, “Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары түбәндәгеләр:
“Чемпион тәрбиәләүсе” номинацияһында – Сидоровтар ғаиләһе;
“Йыл асышы” номинацияһында – саңғысы Александра Алферова;
“Паралимпия спорты өмөтө” номинацияһында – һуҡырҙар спорты йөҙөүсеһе Камила Рәхимова;
Һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр категорияһының “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – йөҙөүсе Сергей Торопов;
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр категорияһының “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – дзюдоист Венер Латипов;
Терәк-хәрәкәт аппараты зяын күргәндәрҙең “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – коляскаларҙа тенниссылар һәм бейеүселәр Анастасия менән Милана Судовиковалар;
“Еңеү сере” номинацияһында еңеүселәр – йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков, йөҙөү буйынса тренер Хәлил Шаммасов, коляскаларҙағы тениссылар тренеры Вячеслав Шамаев;
“Асыҡ ҡараш” номинацияһында еңеүселәр – Башҡортостан юлдаш каналы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Стәрлетамаҡтағы “Ашҡаҙар” гәзите;
“Йөрәк саҡырыуы буйынса” номинацияһында - меценаттар Азат Әхтәмов, “РевСтройПроект” компанияһы.
Фото: “Башинформ”.