Башҡортостандың Спорт министрлығы делегацияһы “Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” халыҡ-ара конгресс-күргәҙмәһенең “Беҙ бергә. Спорт” форумында ҡатнашты.
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр иткәненсә, ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамсыһы Игорь Левитин һәм Рәсәй спорт министры Олег Матыцин ватан спорт индустрияһының һуңғы ҡаҙаныштарына арналған экспозициялар стендтары менән танышҡан. “Күргәҙмәлә Рәсәйҙең спорт ҡорамалдарын һәм кәрәк-яраҡтарын әҙерләү менән шөғөлләнгән күп кенә етештереүселәрен күрҙек. Дәүләт спорт тармағындағы импортты алмаштырыуҙы һәм спортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары кимәлен һаҡлауҙы тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, әллә күпме сикләүҙәр теркәлһә лә, төбәктәрҙә халыҡ-ара ярыштарға әҙерлек бара, бер нисә турнир уҙҙы ла. Уларҙы ойоштороуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға һәм юғары кимәлдә үткәрергә кәрәк. Хөкүмәттең булышлыҡ итеүе һөҙөмтәһендә яңы спорт объекттары төҙөлөшө туҡталмай. Спорт менән шөғөлләнергә шарттар барлыҡҡа килтерер өсөн мөмкин тиклем тырышабыҙ”, – тип белдергән Дмитрий Чернышенко.
Вице-премьер быйыл йәй Владивостокта үтәсәк VII “Азия балалары” халыҡ-ара спорт уйындары һәм 2023 йылда Кемеров өлкәһендә ойоштороласаҡ II “Азия балалары” ҡышҡы халыҡ-ара спорт уйындары стендтарын ҡараған. Ул Владивостоктың турнирҙы үткәреүгә тулыһынса әҙер икәне хаҡында белдергән. Сарала 27 илдән 1,7 мең кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. 19 спорт төрө буйынса миҙалдар үҙ эйәләрен табасаҡ.
Башҡортостан стендына килгәндә, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов вице-премьерға Волейбол буйынса донъя чемпионатына әҙер объекттарҙың төбәк ярыштары өсөн файҙаланылыуы хаҡында белдергән. Бынан тыш, республикала “Ауыл тренеры” проекты, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға физик культура һәм күмәк эш өсөн гранттар биреү рәүешендә булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырыла. Көрәш, ишкәкле слалом һәм фехтование үҙәктәре төҙөлөшө дауам итә, гимнастика үҙәге файҙаланыуға тапшырылырға әҙер. Дмитрий Чернышенко республикала яңы “Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы яҡын аралағы “аҡыллы” спорт майҙансыҡтарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашырға, тип белдергән.
Айһылыу НИЗАМОВА