Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Апрель , 21:45

Беҙҙә ниндәй спорт саралары көтөлә?

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко белдереүенсә...

Беҙҙә ниндәй спорт саралары көтөлә?
Беҙҙә ниндәй спорт саралары көтөлә?

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко халыҡ-ара спорт ойошмаларының сикләүҙәренә бәйле спорт сараларын ойоштороу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

“Беҙ бергә. Спорт” хәрәкәте аныҡланасаҡ, саралар график буйынса үткәреләсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең Спорт министрлығы оператив рәүештә илдә үткәрелергә тейешле Берҙәм ярыштар календары планын ҡараны. Һөҙөмтәлә быйыл 134 Олимпия һәм Олимпия уйындарына ҡарамаған 4,5 мең спорт сараһын үткәреү ҡаралған: был – чемпионаттар, Рәсәй беренселектәре һәм башҡа ил ярыштары. Уларҙан 1,2 меңе үткәрелгән. Был сараларҙа ҡатнашырға сит ил спортсылары ла теләк белдергән.

Шулай уҡ Дмитрий Чернышенко 26 – 31 майҙа Башҡортостанда (Октябрьский ҡалаһында үткәрелер, моғайын) спорт акробатикаһы буйынса ярыштар ойоштороласағы хаҡында әйткән. Апрель аҙағында Ҡазан ҡалаһында иһә Рәсәйҙең йөҙөү буйынса чемпионаты уҙғарылыр тип көтөлә.

Фото: orenburzhie.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в