Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Апрель 2022, 23:00

"Барығыҙға ла – спортта еңеүҙәр!"

Бөгөн Радий Хәбиров республиканың Гимнастика үҙәген техник асыуҙа ҡатнашты.

"Барығыҙға ла – спортта еңеүҙәр!"
"Барығыҙға ла – спортта еңеүҙәр!"

13 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Гимнастика үҙәген техник асыуҙа ҡатнашты. Яңы спорт объекты ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” форумында биргән күрһәтмәһенә ярашлы төҙөлдө.

Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең Спорт гимнастикаһы вице-президенты, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Хоркина менән Башҡортостандың Гимнастика үҙәген ҡарап сыҡты. Ул трибуналы махсус гимнастика залын, күнекмә майҙансыҡтарын, конференц-зал итеп үҙгәртелә торған хореография залын, спортсылар өсөн ҡунаҡхананы, реабилитация-аяҡҡа баҫтырыу үҙәген, медицина кабинеттарын үҙ эсенә ала. Бында шулай уҡ художество гимнастикаһы һәм батут спорты буйынса секциялар асыу күҙаллана. Үҙәктә бер үк ваҡытта 700-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә аласаҡ. Комплекс заманса хәүефһеҙлек системалары менән тәьмин ителгән.

– Өс йыл элек Ульяновскиҙа уҙғарылған “Рәсәй – спорт державаһы” форумында Өфөнөң 16-сы спорт мәктәбенән ете йәшлек гимнаст Даша Крутько ил Президенты Владимир Владимирович Путинға ғәмәлдәге спорт залын йыһазландырыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткәйне. Һөҙөмтәлә ошо яңы Гимнастика үҙәге төҙөлдө, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ дәүләт башлығына һәм Рәсәйҙең Спорт гимнастикаһы федерацияһына ошо проектҡа иғтибар, профессиональ тәҡдимдәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә юғары халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән объект төҙөргә мөмкинлек бирҙе.

Республика Башлығы шулай уҡ 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала Көрәш һәм Фехтование үҙәктәре, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы кеүек яңы спорт объекттарының барлыҡҡа киләсәген билдәләне.

Рәсәйҙең Спорт гимнастикаһы федерацияһы вице-президенты Светлана Хоркина ла Өфөлә төҙөлгән яңы үҙәккә һоҡланыуын белдерҙе.

– Объект техник яҡтан бик ҡатмарлы, ләкин төҙөүселәр уны спортсылар өсөн һәр йәһәттән ҡулай итеп эшләй алған, – тине ул. - Яңы үҙәктә бейеү, хореография һәм башҡалар менән шөғөлләнергә мөмкин. Президент Владимир Владимирович Путиндың балалар һәм спортсыларҙың үтенесенә шундай иғтибарлы булыуы ҡыуаныслы. Ул бының илебеҙ киләсәге өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай.

Йәш гимнастарҙың ата-әсәләре спорт объекты өсөн рәхмәт әйтте.

Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы объект тураһында яҙып сыҡты.

“Башҡортостанда йәнә бер ҙур спорт объекты барлыҡҡа килде. Бөгөн Өфөлә Президентыбыҙҙың башланғысы буйынса төҙөлгән Спорт гимнастикаһы үҙәген техник асыу сараһы булды.

Хәтерегеҙҙәлер, 2018 йылдың октябрендә 16-сы спорт гимнастикаһы мәктәбендә шөғөлләнгән ете йәшлек Даша Крутько “Рәсәй – спорт державаһы” форумында дәүләт башлығынан спорт залын йыһазландырыуҙы үтенгәйне.

Ошондай Үҙәк төҙөргә ҡарар иткәне өсөн Владимир Владимирович Путинға рәхмәтлемен. Рәсәйҙең Спорт гимнастикаһы федерацияһына һәм объектты проектлауҙың, төҙөүҙең бөтә этаптарында кәңәштәре менән ярҙам иткән уның вице-президенты Светлана Хоркинаға рәхмәт.

Яңы спорт үҙәгендә күнекмәләр йәй башлана. Бында бик күп чемпиондар тәрбиәләрбеҙ, тип ышанам. Беҙҙең гимнастар заман талаптарына яуап биргән шарттарҙа шөғөлләнәсәк. Ошонда уҡ төрлө, хатта халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрәсәкбеҙ.

Республикала спортты үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Йәштәр тиҫтерҙәренән өлгө алып, үҙҙәренең һәләтен үҫтерергә тейеш. Сиратта – Көрәш һәм Фехтование үҙәктәре, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, уларҙы 2024 йылға, Өфөнөң юбилейына тапшырабыҙ.

Барығыҙға ла – спортта еңеүҙәр!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152017.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152017.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: