“Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исеменә әллә нисә тапҡыр лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин Башҡортостандың ғына түгел, ә бөтә донъяның был спорт төрөн яратыусыларҙы ғәжәпләндерергә тигән маҡсат ҡуйған. 9 майҙа 15 сәғәттә “Торатау” конгресс-холлы эргәһендә стронгмендарҙың “Еңеү кубогы” исемле бөтә Рәсәй асыҡ турниры старт ала. Был спорт сараһын ойоштороу өсөн Эльбрус Ниғмәтуллин 3,5 мең кешене йәлеп итәсәк.
“Өфөлә Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәренән стронгмендар хәрәкәтенең иң көслөләре йыйыла, - ти Эльбрус Ниғмәтуллин “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында. - Бындай сараларҙы беренсегә үткәрмәйем. Ләкин был юлы спортсыларҙы ла, тамашасыларҙы ла хайран ҡалдырасаҡмын”.
“Еңеү кубогы”нда спорт снарядтары Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең бушаған милкенән әҙерләнәсәк. Был, мәҫәлән, химик боеприпастарҙы юҡ итеү, зарарһыҙландырыу һәм деформациялау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡара металл ҡалдыҡтары.
Турнир программаһында ғәҙәти булмаған спорт инвентары менән алты күнегеү планлаштырыла: фермер прогулкаһы, штанга күтәреү – Эльбрус Ниғмәтуллиндан эксклюзив, шулай уҡ 15 тонналы хәрби «КамАЗ»ды буксирлау, армия эстафетаһы һәм башҡалар.
Шуны ла билдәләү мөһим, бығаса донъяла бер кем дә артиллерия снарядын спорт инвентары рәүешендә ҡулланманы.
Фото: Эльбрус Ниғмәтуллиндың шәхси архивынан.