Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
31 Май 2022, 21:20

Килегеҙ, ҡарағыҙ, баһалағыҙ!

02.mchs.gov.ru
Фото:02.mchs.gov.ru

Өфөләге “Динамо” стадионында “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштар бара. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса беренсе урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-полковнигы Александр Чуприян, Рәсәйҙең Янғын-ғәмәли спорт федерацияһы президенты Сергей Кудинов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов һәм башҡалар ҡатнашты.

“Хөрмәтле ҡотҡарыусылар, ҡунаҡ­тар, көйәрмәндәр! Беҙҙең өсөн спорт сараларын үткәреү –  намыҫ ҡушыуы, – тине Радий Фәрит улы. – Әлеге сара – көслөләр спорты. Был – көслө ирҙәр спорты. Был –  бик яуаплы һәм ауыр спорт. Ҡотҡарыусылар –  ҡаһарман кешеләр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Һеҙгә ҙур еңеүҙәр теләйем”.

Тантанала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡорт­остан буйынса Баш идаралығына ике автобус – “НефАЗ” һәм “ГАЗель” бүләк ителде.

Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты – етеҙҙәр, ҡыйыуҙар, көслөләр, сабырҙар спорты. Тантанала сығыш яһаған һәр кем ошоно билдәләне. Кө­йәрмәндәр, спорт һөйөүселәр Беларусь, Үзбәкстан, Рәсәй, Һиндостан, Баш­ҡортостан спортсыларын сә­ләмләне.

“Олимп” өлгөлө эстрада-спорт сту­дияһы республиканың Спорт министр­лығы бейеүселәре менән берлектә “Беҙ – Рәсәй балалары” бейеүен башҡарҙы. Өфө дәүләт авиация техник университетының “Айтуған” халыҡ ансамбле сығышын да ихлас ҡараны халыҡ. “Ассоль” өлгөлө вокал-хореография ансамбле, “Хазина” этно-проекты, “Забава” милли ҡорамалдары ансамбле һәм башҡаларҙың сығышы ла сараға йәм өҫтәне.

Ошо уҡ көндө ярымфинал һәм финал ярыштары булды. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу башняһының икенсе ҡатына штурмлау баҫҡысында күтәрелеү буйынса һынау тотто. Ир-егеттәр иһә штурмлау баҫҡысында дүртенсе ҡатҡа күтәрелеүҙә ярышты.

Халыҡ-ара ярыштарҙың икенсе көнөндә спортсылар төрлө ҡаршы­лыҡтар аша арауыҡтарҙа ярышты. Тәү ҡарамаҡҡа дистанция ҡыҫҡа ғына тойолһа ла, 100 метрға уҙыш етди иғтибар һәм барлыҡ көсөңдө һалыуҙы талап итә. Бер нисә метрҙан һуң спортсы ҡойма аша үтә, янғын рукавын эләктерә, бүрәнә буйлап йүгерә...

Иң яҡшы һөҙөмтәләргә Алексей Родин (Рәсәй) өлгәште, икенсе урынға – Шамхан Кубаев (Рәсәй), өсөнсөгә Никита Уколов (Беларусь) сыҡты.

Гүзәл зат вәкилдәре араһында Баш­ҡортостандан Эльза Әбүбәкеро­ваға тиңдәр табылманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Рәсәй спортсылары Ирина Сергиенко менән Олеся Ценова бүлеште.

Был спорт сараһы 1 июнгә тиклем бара, инеү бушлай. Килегеҙ, ҡарағыҙ, баһалағыҙ.

Әйткәндәй, республикала янғындар­ҙы иҫкәртеү маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортос­тан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән янғын хәүефһеҙлеге талаптарын аңлата, инструктаж үткәрә. Хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, ут менән һаҡ булығыҙ, электр приборҙарын, газ ҡоролмаларын, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе “ҡыҙыл әтәс”тән һаҡлағыҙ.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: