Кисә “Динамо” стадионында Рәсәй көнөнә арналған иптәштәрсә футбол турниры үткәрелде.
Сарала дәүләт хеҙмәткәрҙәренең “Ватан” футбол клубы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың “Шурави” ойошмаһы, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллегенең “Z” командаһы вәкилдәре ҡатнашты.
– Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге Европа һәм Азия илдәре менән мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәргә генә түгел, спорт үҫешенә лә иғтибар бүлә. Был сара милләттәр сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған сәләмәт тормош менән физик культураны популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Ошо мөһим йүнәлеш илебеҙҙең милли стратегияһына ҡарай, – тип белдерҙе сара алдынан вәкиллек етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
– “Ватан” футбол клубының тарихына өсөнсө тиҫтә йыл инде. Был осорҙа бихисап йолаларыбыҙ барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе – Рәсәй көнөнә арналған иптәштәрсә футбол турнирын ойоштороу, – тине “Ватан” футбол клубы президенты, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров.
– Өфөләге футбол һөйөүселәр лигаһы 100-ҙән ашыу команданы үҙ эсенә ала, һәм был сик түгел. Футбол әүҙем һәм спорт яратҡан дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерә. Был байрамды – дуҫтар турнирын – ойоштороуға шатбыҙ, – тине “LigaFull” етәксеһе Александр Коршунов.
“Шурави” командаһы Башҡортостан һәм Рәсәй ветерандары беренселектәре финалдарында ҡатнаша, республикабыҙ йәштәрендә илһөйәрлек һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Эшмәкәрлегебеҙҙә Башҡортостанда спорт өлкәһендә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған ойошмаларҙың ярҙамын тоябыҙ, – тип үҙ фекере менән бүлеште команда капитаны Михаил Горбунов.
Турнирҙы Өфөләге Футбол һөйөүселәр лигаһы (“LigaFull”), Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге ярҙамында “Ватан”, “Шурави” футбол клубтары ойошторҙо.
Айһылыу НИЗАМОВА