Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Июнь 2022, 19:10

Башҡортостанда спорт гимнастикаһы үҫешәсәк

Олимпия чемпионкаһы уның үҫешенә булышлыҡ итә.

Башҡортостанда спорт гимнастикаһы үҫешәсәк
Башҡортостанда спорт гимнастикаһы үҫешәсәк

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығы тағы ла бер мөһим сара менән үҙенсәлекле булды. 17 июндә республиканың Спорт министрлығы һәм спорт гимнастикаһы буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Хоркина араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ҡул ҡуйыуҙа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 июндә Өфөлә гимнастика үҙәге асҡанда Радий Хәбиров үҙенең күрһәтмәһе менән яңы спорт комплексына Светлана Хоркина исемен биреүен билдәләне. Олимпия чемпионы Үҙәкте төҙөүҙең барлыҡ этаптарында ла кәңәш, йүнәлеш бирҙе һәм артабан да шефлыҡҡа алырға ризалашты, тренерҙарға уларҙың компетенцияһын күтәреүҙә, яңы алымдар үҙләштереүҙә лә ярҙам итәсәк.

Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: