Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Сентябрь 2022, 15:00

Баһадирҙар алышы була

“Динамо” стадионына килегеҙ, ҡарағыҙ.

Александр Данилов.
Фото:Александр Данилов.

Һәр спорт төрө үҙенсәлекле, әммә уларҙың барыһы ла сәләмәт тормош алып барырға өндәй, ихтыяр көсө тәрбиәләй, ныҡышмал, сәмсел, тырыш булырға, маҡсаттарыңа өлгәшергә ярҙам итә.

Команда спорт төрҙәренән айырмалы рәүештә, көрәш үҙ-үҙеңә ышанырға, дәғүәсең ме­нән күҙмә-күҙ осрашҡанда бары үҙ көсөңә таянырға, аныҡ ҡарар­ҙы тиҙ ҡабул итергә күнектерә. Шуға ла халҡыбыҙҙа элек-электән көрәшселәргә ҡарата хөрмәт ҙур, әле лә шулай. Бындай спорт ярыштарын күҙәтеп барыусылар – көйәрмәндәр ҙә бихисап.

Тиҙҙән, 29-30 сентябрҙә, ике данлыҡлы спортсы баш ҡала­быҙҙа үҙ көсөн һынай. “ADCC Submission Wrestling World Championship” спорт сараһының ике тапҡыр еңеүсеһе, грэпплинг, бразил джиу-джитсуһы буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон Рәсәйҙең спорт мастеры, ММА-ның профессиональ һуғышсыһы, Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, илдең армия ҡул һуғышы һәм универсаль һуғыш буйынса чемпионаттарында күп тапҡыр призлы урындар яулаған, бразил джиу-джитсуһы буйынса үтә ҡыҙыл билбау хужаһы Евгений Долгарев менән осраша. Әйт­кән­дәй, ул – республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһынан.

Бына ошондай ике көслө спортсы келәмгә сыға. Алыш бик сағыу, мауыҡтырғыс бул­маҡ­сы. Бынан тыш, республи­каның көрәш буйынса йыйылма командаһы ағзалары ҡатнаша, Төмәндән һәм Мәскәү өлкәһенән сарала үҙ көсөн һынау теләген белдергән спортсылар ҙа бар.

 – Спорт – тәрбиәнең иң һөҙөмтәле төрҙәренең береһе. Беҙҙең студенттарҙың күбеһе спортта ла байтаҡ ҡаҙанышҡа өлгәшкән. Тап шуның өсөн дә көрәш төрҙәренең береһе грэпплинг буйынса беренсе асыҡ турнир үткәрергә ҡарар иттек. Өҫтәүенә көрәш буйынса клуб ағзалары менән Джефф Монсон шөғөлләнә, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов.

Республиканың Спорт кө­рәше буйынса федерацияһы вице-президенты Арсен Зин­нәтуллин ярыштарҙа һәр ауыр­лыҡ үлсәмендә 18-гә яҡын кешенең көс алышасағын бел­дерҙе. Ә был спорт сараһының төп мәле Джефф Монсон менән Евгений Долгаревтың күҙмә-күҙ осрашып көс алышыуы булырын көйәрмәндәр түҙемһеҙ­ләнеп көтә.

 – Ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын, турнир һөҙөмтәһендә спортсыларҙың грэпплингка иғтибары артыр тип ышанам. Минең алыш та мауыҡтырғыс, шахмат партияһына оҡшап, ҡатмарлы булыр тип уйлайым, – тине исеме тотош донъяға билдәле Джефф Монсон.

Һәр спортсы өсөн ошондай турнир-ярыштарҙа ҡатнашыу мөһим. Был бигерәк тә йәш спортсылар өсөн кәрәк, улар үҙ көсөн һынап ҡына ҡалмай, тәжрибә туплай, башҡаларҙың спорт алымдары менән таныша, үҙ-ара аралаша.

Әйткәндәй, был алыш Баш­ҡортостан Башлығы ҡарама­ғындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кубогына спорт көрәше буйынса “ГРЭППЛИНГ UWW” беренсе асыҡ турнирының аҙағы була­саҡ. Ярыштарҙа 62-нән 130 ки­лограмға тиклемге һигеҙ ауыр­лыҡ үлсәмендә иң көслөләр асыҡлана, шуға күрә барыһын да “Динамо” стадионында көтә­ләр. Килегеҙ, ҡарағыҙ, баһа­лағыҙ, кубокты кемдең яулауына шаһит булығыҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: