Башҡортостан спортсыларының төрлө ярышта алдынғы урындар яулауын һәр саҡ көтөп алабыҙ.
Республикабыҙ шахматсыһы Урал Хәсәнов (тренеры – Андрей Селиванов) Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Фуджейра ҡалаһында ойошторолған донъя чемпионатында шахмат ярыштарында юғары ҡаҙанышҡа өлгәште.
“Толпар” шахмат клубы спортсыһы булараҡ, ул бер юлы ике йәш төркөмөндә ике көмөш миҙал яуланы. Һөҙөмтәлә ул өлкәндәр һәм 23 йәшкә тиклемгеләр араһында шахмат композицияларын сисеү буйынса икенсе урынға лайыҡ булды.
Урал Хәсәновтың беренсе тренеры Роберт Фәхретдинов йәш спортсыға ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шахмат донъяһына юл асҡан. 16 йәшлек егет икенсе йыл рәттән донъя чемпионаттарында уңыш ҡаҙана. Былтыр ул бронза миҙалға лайыҡ булғайны.
Шуныһы һөйөнөслө: спортсыбыҙ халыҡ-ара гроссмейстер нормаһын үтәне. Ул быға 16 йәштә өлгәште.